пятница, 11 июля 2014 г.

АҠШ-тың дәүләт департаменты Германиянан ҮРИ агентын сығарып ебәреүгә аңлатма бирмәне.


Германия Америка илселегендәге махсус хеҙмәт вәкилен илдән сығарып ебәрҙе. Был ҡарар уның Ҡушма Штаттар файҙаһына шпионлыҡ итеүе тураһында шик тыуғандан һуң ҡабул ителде. Аҙна эсендә Берлин немец именлек структураларында һәм оборона ведомствоһында Америка агенттары тип фараз ителгән ике кеше асыҡланды. Дәүләт департаменты быға аңлатма бирмәне.

“Мин шуны ғына ҡабатлайым: Германия менән мөнәсәбәттәр беҙҙең өсөн мөһим әһәмиәткә эйә. Беҙ төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Әлбиттә, фекер айырымлыҡтары ла бар, әммә уларҙы хәл итергә һәләтле булыуыбыҙ тығыҙ мөнәсәбәттәр хаҡында һөйләй,”-тип белдерҙе тышҡы сәйәсәт ведомствоһының рәсми вәкиле Джен Псаки.

Йыл башында уҡ, американлылар һәм немецтар араһында шпион ғауғаһы башланғас, Барак Обама махсус хеҙмәттәргә, океан артында мәғлүмәт йыйғанда, нимә эшләргә мөмкин, ә нимә ярамауы хаҡында аныҡ күрһәтмәләр биреүен белдерҙе. Шул саҡта АҠШ Милли именлек агенствоһының Германия канцлеры телефонын тыңлауы тураһында мәғлүмәттәр пәйҙә булды.

Ғауғаға аңлатма биреп, Ангела Меркель былай тине:

“Миңә ҡалһа, союздаштар араһында шпионлыҡ- көстө мәғәнәһеҙгә сарыф итеү. Беҙҙең күпме проблемаларыбыҙ бар, беҙ көстө мөһим проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтергә тейешбеҙ. Мин шуға инанғанмын: бер-береңә ҡарата ҙур ышаныс именлеккә алып килә.”


Булып үткән хәлдәрҙе тикшереү менән, шулай уҡ Меркелдең телефонын тыңлау ваҡиғаһы менән хәҙер махсус комиссия шөғөлләнә. Яңы ғауғаға бер көн ҡалғас, шаһит сифатында АҠШ-тың элекке Милли именлек агенствоһы хеҙмәткәре Уильям Бинней парламентҡа саҡырылды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий