четверг, 10 июля 2014 г.

“Неогури” тайфуны Японияның ярты миллион кешеһен йорттарынан ҡыуып сығарҙы.


 “Неогури” Японияның көньяҡ-көнбайышына ябырылды, ошо аҙнала ул көслө ямғырҙар менән бергә илдең баш ҡалаһына ла барып етеүе ихтимал. Көсө  кәмеп, супертайфун статусын юғалтҡан хәлдә лә, ел тиҙлеге сәғәтенә 250 километр тәшкил иткән “Неогури” ил тарихында һуңғы тиҫтә йылдар эсендәге иң ҡеүәтлеһе булып ҡала.

Токионан 1600 километр алыҫлыҡта ятҡан Окинаваға ул айырыуса ҙур һөжүм яһаны, әммә ҡойма ямғырҙар һәм һыу баҫыуҙар иң көнбайышта урынлашҡан Кюсю утрауында ла көтөлә.

“Килеүен килдем, ә ҡайта алмайым,- ти бер турист ҡатын,-бөтә рейстар туҡтатылған, тайфун үткәнсе, йәнә ике кис булам инде.”

Окинавала 50 000 йорт электрһыҙ тороп ҡалды, урындағы нефть таҙартыу заводы ла эшен туҡтатты.

Окинавала ядро станциялары юҡ, Кюсюҙа берәү бар һәм уның менән күрше булған Сикоку утрауында, “Неогури,”моғайын, шунда юл тотор.Улар хәҙер барыһы ла ябыҡ, 2011 йылдың мартындағы ер тетрәү һәм цунамиҙан һуң ябылған “Фукусима” иһә илдең икенсе яҡ ярында.

Каден авиабазаһы –Окинавалағы Американың иң ҙур авиабазаһы- юғары әҙерлек хәлендә.


Японияға йылына 2-4 тайфун ябырыла, әммә июлдә был хәл бик һирәк була.

Комментариев нет:

Отправить комментарий