среда, 16 июля 2014 г.

БРИКС илдәре Халыҡ-ара валюта фондына һәм Европа реконструкция һәм үҫеш банкына ҡаршы сыға.


БРИКС илдәре Евроберләшмә һәм АҠШ контроле аҫтында йәшәп килгән донъя финанс институттарына альтернатива булдырырға ниәтләй. Бразилияның Форталезеһындағы үҫә барыусы иң ҙур иҡтисадтар төркөмө саммитында “Яңы үҫеш банкы” һәм Резерв фонды төҙөү тураһында иғлан ителде. Улар Европа реконструкция һәм үҫеш банкының һәм Вашингтондағы Халыҡ-ара валюта фондының туранан-тура конкуренты буласаҡ. “Яңы үҫеш банкы” капиталының билдәләнгән күләме- 100 миллиард доллар.

Нарендра Моди, Һиндостан премьер-министры:

“Банк төҙөлөүе БРИКС илдәре өсөн дә файҙалы буласаҡ, башҡа үҫә барыусы илдәргә лә файҙаһы тейәсәк. Банктың эше үҫә барыусы илдәр тәжрибәһенә таянасаҡ.”

“Яңы үҫеш банкы”ның штаб-фатиры Шанхайҙа буласаҡ, ә ойошма үҙе шәхси инвесторҙарҙың аҡсаһы етмәгән ҙур инфраструктура проекттарын финанслауға йөҙ тотасаҡ.


Бынан тыш ҡул ҡуйылған килешеү сиктәрендә БРИКС илдәре валюта резервтарының пулын- уртаҡ ҡаҙанын булдырыу хаҡында ла иғлан итте. Рәсәй чиновниктары әйтеүенсә, ул донъя иҡтисадының доллларға бәйлелеген кәметергә һәм АҠШ санкцияларынан һаҡланырға мөмкинлек бирәсәк.

Комментариев нет:

Отправить комментарий