четверг, 17 июля 2014 г.

Мексика: 500 баланы ҡоллоҡтан ҡотҡарғандар.


Мексика полицияһы 500 самаһы баланы “Ҙур ғаилә” приютынан азат иткән, унда бәлиғ булмаған балалар антисанитария шарттарында ҡоллоҡта тиерлек тотолған. Әлеге мәлдә зыян күргән бөтә балалар ҙа илдең көнбайышындағы Самора ҡалаһынан эвакуацияланған. Уларға Роза Вердуско атлы ханым етәкселек иткән, полицияға уға ҡарата бик күп ялыуҙар килгән. Был ҡатынды әле эҙләйҙәр. Уны балаларҙы һәм өлкәндәрҙе көсләп үҙендә тотоуҙа ғәйепләйҙәр.

Томас Церон ду Лусио, Мексиканың криминал тикшереүҙәр агенствоһы башлығы:

“Был йортта тыуған балалар, ысын ата-әсәһе уларҙы тәрбиәләй, яҙмышына ҡыҫыла алмаһын өсөн, уның хужаһы исеменә теркәлгән. Балалар бәлиғ булғас та, уларҙы азат итеп, бынан китергә рөхсәт итәсәктәре хаҡында һөйләгәндәр.”


Тәфтиш мәғлүмәттәре буйынса, балаларға “приютта” ҡалдыҡ-боҫтоҡ ашатҡандар, урамдарҙа хәйер һорарға мәжбүр иткәндәр, ҡайһы бер бәлиғ булмағандар енси көсләүгә дусар булған. 

“Ҙур ғаилә”ойошмаһы 60 йыл элек үк ойошторолған . Фондты булдырыусылар, уның рәсми маҡсаты ярлы ғаиләләрҙең балаларын ҡарау, тип ышандырған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий