пятница, 18 июля 2014 г.

Донецк янында лайнер һәләкәткә осраған: 298 кеше һәләк булған.


Донецк янындағы авиаһәләкәт ҡорбандары -298, 15 экипаж ағзаһы һәм 283 пассажир. Был турала Малайзия авиалиниялары хәбәр итте. Бынан алда һәләк булған 295 кеше хаҡында хәбәр бар ине. Авиакомпания лайнер пассажирҙарының туғандары һәм яҡындарының телефон бәйләнеше өсөн ҡыҙыу линия асты һәм кәрәкле булған ярҙамды ойошторорға вәғәҙә итте.

Боинг-777 пассажир самолеты Украина территорияһында Рәсәй сигенән 60 километр алыҫлыҡта ҡолаған. Борт Рәсәй һауа киңлектәренә инергә бер нисә минут ҡалғас  һәләкәт булған. Самолет Амстердамдан Малайзия баш ҡалаһы Куала-Лумпурға юл тотҡан. Украина өҫтөнән лайнер 10 мең метр бейеклектә осҡан.

Украина махсус хеҙмәттәре, самолетты ҡораллы сепаратистар бәреп төшөргән, тип иҫәпләй. The Wall Street Journal гәзите Америка разведкаһының “ер-һауа”ракетаһы ебәрелеүен теркәүе хаҡында хәбәр итә. Разведка шартлау мәлен тотоп алған, әммә ракетаның ҡайҙан ебәрелеүен теүәл билдәләй алмаған. Бындай ракеталар баш күтәреүселәрҙә лә, Украина хәрбиҙәрендә лә бар.

Сепаратистар фекере буйынса, лайнерҙы Украина истребителдәре бәреп төшөргән.

Рәсәй, Украина оборона министрлыҡтары, шулай уҡ ҡораллы баш күтәреүселәр авиаһәләкәткә үҙҙәренең ҡыҫылышын инҡар итә. Украина президенты Петр Порошенко был хәлде теракт тип атаны. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Евроконтроль иһә Украинаның һауа киңлектәрен ябырға ҡушты. Рәсәй һәм сит ил авикомпаниялары ил территорияһын ваҡытлыса урап үтә.


ДХР сепаратистары лайнер һәлкәткә осраған урында “ҡара йәшниктәр” тапҡан һәм, шифрын уҡыу өсөн, уларҙы Мәскәүгә тапшырырға теләй. Порошенко ополчениены ентекле тәфтиш эшенә ҡамасауларға йыйыныуҙа ғәйепләй.

Комментариев нет:

Отправка комментария