понедельник, 21 июля 2014 г.

Нидерланд халҡы ҡайғыра һәм яуап талап итә.


Украинаның көнсығышындағы авиаһәләкәт һөҙөмтәһендә Нидерландтарҙың 193 кешеһе һәләк булған. Сит ил эштәре министрлығы башлығы Франс Тиммерманс ғәйеплеләрҙең барыһы ла язаға тарттырылмай тороп властарҙың тынысланмаясағы тураһында белдерҙе. Амстердамдағы Схипхол аэропортына фажиғә ҡорбандары иҫтәлегенә сәскәләр килтереүҙе дауам итәләр.

Пилоттарҙың береһе һөйләй: “Мин аҙна һайын штурвал артында. Самолеттар йыш ҡына тыныс булмаған райондар өҫтөнән осоп үтә. Әммә беҙ һәр ваҡыт хәүеф юҡ, барыһы ла тикшерелгән, тип уйлайбыҙ. Баҡһаң, барыһы ла улай түгел икән. Килеп тыуған хәл тураһында уйланырға йәнә бер сәбәп бар.”

“Уйлауымса, Нидерланд властары үҙен тейешенсә тотто- сабырлыҡ күрһәтте. Нимә булғаны ныҡлап асыҡланмаған бит әле. Объективлыҡты юғалтмаҫҡа кәрәк”,-ти бер пассажир.


Нидерланд сәйәсмәндәре, ашығып, ялдарын ҡалдырып ҡайта. Халыҡ-ара эштәр буйынса парламент комитеты яҡын арала ил етәкселегенән фажиғәгә ҡағылышлы бөтә мәғлүмәттте биреүҙе талап итә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий