понедельник, 21 июля 2014 г.

Яҡын Көнсығыш конфликты: “Сик оборонаһы” һәм уның ҡорбандары.


Бына 14 көн инде Израиль Газа секторында Сик оборонаһыоперацияһын үткәрә. Дүшәмбе Израиль самолеттары һәм танкылары секторҙы утҡа тотоуҙы дауам итте. Рафахтан алыҫ түгел Мысыр менән сиктәш Газа секторындағы ҡалала 25 кеше, улар барыһы ла бер ғаилә ағзалаы булырға тейеш, һәләк булған. Хан Юныс районында йәнә 10 фәләстин һәләк булған. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, фәләстин яғы ҡорбандары 500-гә яҡын. Үлеүселәрҙең күбеһе- тыныс халыҡ.

Израиль армияһы туннелдәр аша Израиль территорияһына үтеп инергә маташҡан ХАМАС-тың 10 боевигын юҡ итеүе хаҡында хәбәр итте. ХАМАС иһә Израиль армияһы хәрби хеҙмәткәрен уралауы хаҡында белдерҙе.

Уҙған йәкшәмбе ЦАХАЛ өсөн иң ауыр көнгә әйләнде- Шиджаий районындағы һуғыштар ваҡытында 13 хәрби хеҙмәткәр һәләк булды. Ҡоро ер операцияһы барышында яраланған 80-дән ашыу һалдат хәстәханаларҙа ята. Операция башланғаны бирле, 18 Израиль һалдаты үлде.

Йәкшәмбе көн 140 фәләстин Израилдең утҡа тотоу ҡорбаны булды.


Израиль хөкүмәте башлығы Биньямин Нетаньяху операцияның Израиль граждандарына оҙайлы тыныслыҡ ҡайтарылғанға тиклем дауам итәсәге тураһында белдерҙе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий