вторник, 22 июля 2014 г.

Мәскәү: “Боинг” янында Украина истребителе күҙәтелгән.


Украинаның көнсығышында, Малайзия лайнеры һәләкәткә осрағанда, Украина Хәрби һауа көстәре самолеты күҙәтелгән. Боинг-777 һәләкәткә осрағандан һуң, Рәсәй оборона министрлығы вәкиле тәүге тапҡыр Кремлдең рәсми версияһын белдерҙе һәм Киев властарын ғәйепләп сыҡты.

Штаб начальнигы, Көнбайыш хәрби округ ғәскәрҙәре командующийының беренсе урынбаҫары, генерал-лейтенант Андрей Картаполов:
Сығышымды тамамлап, шуны әйткем килә: Рәсәй Федерацияһы БУК зенит-ракета комплексын, шулай уҡ башҡа төр ҡоралдарҙы һәм хәрби техниканы ополченецтарға бирмәне.

Киев властары, БУК Украинаға Рәсәйҙән индерелгән тип, Мәскәүҙең белдереүенә шунда уҡ яуап ҡайтарҙы.


Рәсәй президенты Владимир Путин уҙған төндә яһалған сығышында иһә фажиғә урынында ИКАО эгидаһы аҫтындағыхалыҡ-ара эксперттар комиссияһының эше өсөн тулы хәүефһеҙлек тәьмин итергә һәм уның өсөн гуманитар коридор булдырырға саҡырҙы. Ул ҡаршы тороусы ике яҡты ла кисекмәҫтән ҡан ҡойошто туҡтатырға һәм һөйләшеүҙәр башларға өндәне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий