вторник, 22 июля 2014 г.

МН 17 “ҡара йәшниктәре” Малайзия вәкилдәренә тапшырылды.


Донецк ополчениеһы һәләкәткә осраған “Боинг” бортының үҙяҙмаларын Украинаға Малайзиянан килгән авиаэксперттарға тапшырҙы. Журналистарҙың камералары алдында Донецк Халыҡ Республикаһы премьеры Бородай һәм Малайзия Милли именлек советы вәкиле полковник Мөхәммәт Сакри “ҡара йәшниктәрҙе” тапшырыу хаҡындағы протоколға ҡул ҡуйҙы.

Мөхәммәт Сакри, Малайзия Милли именлек советы ағзаһы:

“Күреүемсә, үҙяҙмалар тәртиптә, саҡ ҡына зыян күргән, әммә яҡшы торошта”.

“Боинг-777” экипажы ағзалары һәм пассажирҙары тейәлгән поезд-рефрижератор дүшәмбе көн Рәсәй яҡлы ҡораллы төркөмдәр контроле аҫтындағы Донецк өлкәһенең Торез ҡалаһын ҡалдырып китте. Состав Иловайск аша Харьковҡа юл тота, унда уны Малайзия делегацияһы көтә. Улар һәләк булғандарҙы Харьковҡа оҙатып барасаҡ, аҙаҡ, моғайын, Украина сиген аша сығырҙар.

Мария Коренюк, “Евроньюс”:

“Һәләкәт ҡорбандарының кәүҙәләрен бында- Харьковтың танк заводына алып киләсәктәр. Мәйеттәр өсөн махсус ангар әҙерләп ҡуйылған да инде. Әйтергә кәрәк, ошоғаса мәйеттәрҙе идентификация процедураһы ҡайҙа буласағы аныҡ ҡына билдәле түгел. Уларҙы Нидерландтарға оҙатыу мәсьәләһе буйынса һөйләшеүҙәр ҙә бара.”

Комментариев нет:

Отправить комментарий