среда, 23 июля 2014 г.

Африка мигранттары кәмәһендәге һуйыш.


Италия полицияһы Африка мигранттары ултырған кәмәлә һуйыш ойошторған тип иҫәпләнгән 5 кешене ҡулға алған, был мәхшәрҙә 140 кеше һәләк булған.

Сицилия ярҙарына юл тотҡан кәмәлә 700-ҙән ашыу мигрант булған, барыһы ла Африка һәм Яҡын Көнсығыш илдәре кешеләре.


Италия ярҙарына табан оҙайлы йөҙөү барышында бортта Африканың Сахара тирәһендә йәшәүселәре һәм ғәрәп илдәре кешеләре араһында ғауға сыҡҡан. Һуңғылары тышҡы палубалағы урындарын бирергә теләмәгән, ә 5 ғәйепләнеүсе (2 марокканлы, 1 сүриәле, 1 сәғүдит һәм 1 фәләстин) алыш ваҡытында мәсьәләне киҫкен рәүештә хәл иткән: улар, ризиһыҙҙарҙы һуйып, борттан ташлаған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий