пятница, 25 июля 2014 г.

Газа секторы гуманитар һәләкәт хәлендә.


Израиль Газа секторына һөжүмде дауам итә. Йорттар, хатта мәктәптәр ҙә сәпкә алына. Хәрбиҙәр әйтеүенсә, боевиктар шунда йәшенә йәки ҡорал йәшерә. Мәҫәлән, кесаҙна көн БМО миссияһына ҡараған мәктәп һөжүмгә дусар булды. Кәм тигәндә, 10 фәләстин үлде, ә 150-һе тән йәрәхәттәре алды. БМО мәктәптәре-  һөжүм ваҡытында йорттарынан мәхрүм ҡалғандарҙың төп төйәге. Газа секторындағы хәлдәр хаҡында беҙ “Евроньюс” хәбәрсеһе Валери Гориа менән һөйләштек.
Антуан Жуиян, “Евроньюс”:
Газа секторынан“Евроньюс” хәбәрсеһе Валери Гориа менән әңгәмәләшәбеҙ. Нисек уйлайһығыҙ, Газала, көсөргәнешлелек көсәйгәндә, ҡоро ер операцияһының киңәйеүен көтөргә мөмкинме?
Валери Гориа, “Евроньюс”:
“Эйе, хәлдәр үтә лә көсөргәнешле, Газа урамдарында бер кем дә юҡ. Был- өрәк-ҡала. Халыҡ Израилдең һөжүменән ҡурҡып ҡасҡан.
Антуан Жуиян, “Евроньюс”:
Бушап ҡалған урамдар, ысынлап та, халыҡтың ҡасышып бөтөүе тураһында һөйләй.
Валери Гориа, “Евроньюс”:
Йорттары емерелмәгәндәр үҙ йорттарына инеп ҡасҡан, кемдер биналарҙың баҫҡысы аҫтына боҫҡан, ҡайһы берәүҙәр- БМО биналарында. Һәммәһе лә бында һөжүмдән ҡурҡып бөткән, ә ул иһә теләһә ниндәй мәлдә башланып китеүе ихтимал һәм снарядтар ҙа теләһә ниндәй урынға барып  ярылыуы мөмкин.
Антуан Жуиян, “Евроньюс”:
“Валери, иртән һеҙ хәлдәрҙең айышын бик яҡшы аңлатып торған кадрҙар төшөрөп алдығыҙ. Бөгөн БМО-ның юғары пост биләгән вәкиле һөйләгән гуманитар һәләкәт тураһында әйтә алабыҙмы?”
Валери Гориа, “Евроньюс”:
Газа халҡына күп нәмә етмәй. Атыштар дауам иткән хәлдә, аҙыҡ-түлек, һыу, кейемгә мохтажлыҡ арта ғына барасаҡ. Үҙ йорттарын ҡалдырып киткән фәләстиндар бөтәһен дә юғалтҡан. Үҙ-үҙҙәрен тәьмин итеү уларға ҡатмарлы. Ил сигендә үткәреү пункттары әҙ эшләй, шуға күрә гуманитар ярҙамды бында килтереү ауыр. Үҙ йорттарында ҡалғандар йыш ҡына электр утһыҙ ултыра. Газаның күп биналарында юҡ ул. Һыу запастары бөтөп килә, бомбаға тотоуҙар торбаларҙы, һыу менән тәьмин итеү системаһын емергән. Снарядтар торбаларға эләккән урындарҙа эсәр һыу бысраҡ һыу менән ҡатнашып бөткән.”
Антуан Жуиян, “Евроньюс”:
Һеҙ Газалағы фәләстин ғаиләләре менән осраштығыҙмы, хәлдәр бик насармы?
Валери Гориа, “Евроньюс”:
“Бөгөн иртән Газаның үтә лә хәүефле төньяҡ секторында булдыҡ. Беҙ унда йорто тотошлай емерелгән фәләстин ғаиләһе менән һөйләштек, улар күршеләренә инеп йәшенгән. Һәр ерҙә өмөтһөҙлөк, фажиғәләр тарихы, улар ҡайҙа ҡасырға, нимә эшләргә, кемдән ярҙам һорарға белмәй. Газа секторы халҡы, ысын бәләгә әйләнгән был көрсөктән сығыу өсөн, халыҡ-ара йәмәғәтселектән ярҙам көтә.”


Комментариев нет:

Отправить комментарий