суббота, 26 июля 2014 г.

Европала, фәләстиндарҙы яҡлап, демонстрациялар үтә.


Брюсселдә йома көн Газа секторындағы хәрби операцияға ҡаршы сираттағы демонстрация үтте. “Фәләстин граждандар хәрәкәте” ойошторған манифестацияла 1000 самаһы кеше ҡатнашты. Бынан алдағы демонстрация сыуалыштар менән тамамланғайны. Урындағы властар акцияны бер шарт менән генә рөхсәт итте: унда ҡатнашыусылар нәфрәт тыуҙырыусы лозунгыларҙан һаҡланырға тейеш ине. Йәкшәмбе иһә Бельгия баш ҡалаһында Израилде яҡлап манифестация үтәсәк.

“Был Израиль, ХАМАС һәм фәләстиндар араһында һуғыш түгел. Газала- геноцид. Улар аҫаба халыҡты ҡыра, тыныс халыҡты,-”ти фәләстин ҡасағы Хатиб Мөхәммәт.

Йома көн Берлинда ла Газа секторы фәләстиндары менән теләктәшлек акцияһы үтте.  Был демонстрацияға 1200 кеше ҡушылды.  Тәртип һағында көсәйтелгән полиция отрядтары торҙо, сөнки Газалағы хәрби операция фонында йәһүдтәрҙе дошман күреүсе сығыштар ҡырҡа артты.

Берлинда Израилде яҡлап та манифестация үтте. Уға 400 самаһы кеше килде.

 “Беҙ Израилдең йәшәүгә хоҡуғын яҡлайбыҙ. Хәлдәр бик ҡатмарлы, яуаплылыҡ Израиль өҫтөндә генә түгел,”-ти студент Магнус Роймер.


Шәмбе көн Израилдең хәрби операцияһына ҡаршы ҙур демонстрациялар Лондонда һәм Парижда үтәсәк. Франция баш ҡалаһында ҡаршылыҡ операцияһын үткәреү тыйылған, сөнки шундай уҡ элек үткәрелгән демонстрациялар синагогаларға һөжүм, тәртипһеҙлектәр менән тамамланды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий