суббота, 26 июля 2014 г.

АҠШ телевидениеһы аша легаль булмаған мигранттарҙы бында килмәҫкә өндәйҙәр.


АҠШ-ҡа килергә кәрәкмәй, бында бик үк һәйбәт түгел- Үҙәк Америка илдәрендә Вашингтон ойошторған медиа-кампания лейтмотивы шундай.

АҠШ президенты Барак Обама, киҫкен төҫ алған легаль булмаған иммиграция проблемаһын хәл итеү өсөн, Гондурас. Гватемала һәм Сальвадорҙан коллегалары менән осрашты.

Һуңғы ваҡытта 50 меңдән ашыу бала һәм үҫмер легаль булмаған юл менән АҠШ-ҡа үтеп ингән – уларҙың ҡайһылар үҙаллы эш итә, ҡайһылары Штаттарҙа элегерәк төпләнгән ата-әсәһен эҙләй.

“Һуңғы бер нисә ай эсендә ғәләмәт ҙур әүҙемлек һиҙелә. Июнь башында беҙҙең ике кәмә йылға буйлап патруллек итә башланы, шунан бирле күҙҙе лә йоммайбыҙ тиергә була. Легаль булмаған иммигранттар һиҙелерлек артты,”-ти Техас полицейскийы.

Политологтарҙың раҫлауынса, иммиграция темаһы Барак Обаманы креслоһынан яҙҙырыуы ихтимал- республиканлылар импичмент мөмкинлеге тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләй. Уларҙың фекере буйынса, президенттың үҙ яйына ҡуйылған иммиграция сәйәсәте уңышһыҙлыҡҡа осраған.


Комментариев нет:

Отправить комментарий