понедельник, 28 июля 2014 г.

Мосолмандар Ураҙа байрамын үткәрә.


Донъя мосолмандары исламдың төп байрамын – Ураҙа байрамын билдәләй. Ул ай буйы ураҙа тотҡандан һуң үткәрелә.

Афғанстанда үҙ посынан китеүсе президент Хәмит Карзай Газа секторы халҡына теләктәшлек белдерҙе: “Бөгөн беҙ, мосолмандар, айырыуса Афғанстан халҡы, һәләк булыусы Газа мосолмандарын иҫкә төшөрәбеҙ. Уларҙы көнөн дә, төнөн дә үлтерәләр.”

Дамаскта Бәшәр Асад, өсөнсө срокка Сүриә президенты сифатында тантаналы рәүештә ант иткәндән һуң, тәүге тапҡыр халыҡ алдында күренде. Илдә алыштар туҡталмаһа ла, ул Дамаск мәсеттәренең береһендә ғәйет намаҙында ҡатнашты.

Бангладешта ла меңдәрсә кеше илдең баш ҡалаһы Дакканан, байрамды үткәреү өсөн, тыуған яҡтарына ашыҡты.


Комментариев нет:

Отправка комментария