Рәсәйҙән ватанына яралы украин һалдаттарын ҡайтарып ебәрҙеләр.
Был турала Ростов өлкәһе буйынса Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең сик буйы
идаралығы вәкиле Василий Малаев хәбәр итте. Һуғыш хәрәкәттәре барған зонанан
уларҙы, тәүге ярҙам күрһәтеп, Рәсәй территорияһы аша эвакуацияланылар. “Рәсәй-24”
телеканалы хәбәр итеүенсә, шәмбе Ростов өлкәһенән Украинаға 21 хәрби хеҙмәткәр
оҙатылған.
“Должанский” үткәреү пунктын утҡа тоттолар, яралылар
бик күп булды, коридор яһауҙы һорап, Рәсәй сик һаҡсыларына мөрәжәғәт иттек.
Улар беҙгә коридор яһаны һәм тәүге ярҙам күрһәтте,”-тип һөйләй эвакуация өсөн
яуаплы Украина вәкиле Дмитрий.
Врачтарҙың һорауы буйынса, бер хәрбиҙе Рәсәй
хәстәханаһында ҡалдырғандар. Хәрбиҙәрҙең ҡайһы берҙәре етди тән йәрәхәттәре
алған, һауыҡҡас, уларҙың яңынан хәрби хеҙмәткә алыныуы икеле.
“Һөнәри тесты үтә алғандар, хәрби хеҙмәткә кире
ҡайтыр, үтә алмағандар кире ҡайта алмаясаҡ. Мин һөнәри тесты үтә алырмын тип
уйламайым. Минең һул күҙем сыҡты.,”-ти яралыларҙың береһе.
Рәсәй киң мәғлүмәт саралары, Федераль именлек хеҙмәтенең
сик буйы идаралығына һылтанып, 40 украин хәрби хеҙмәткәренең Рәсәй территорияһына
ҡасыуы хаҡында һөйләй. Журналистарҙың һүҙе буйынса, улар сепаратистарҙан, үҙ
халҡына ҡаршы һуғышырға теләмәүҙәре хаҡында әйтеп, сик аша үткәреүҙәрен һораған.
Украина оборона министрлығы дезертирлыҡ хаҡындағы мәғлүмәт буйынса тикшереү алып бара.
Комментариев нет:
Отправить комментарий