пятница, 1 августа 2014 г.

Эдвард Сноуден Федераль миграция хеҙмәте ҡарарын көтә.


Америка махсус хеҙмәттәренең элекке хеҙмәткәре Эдвард Сноуден Рәсәй Федерацияһы территорияһында ваҡытылы һыйыныу урыны ваҡытын оҙайтыуҙы һораны. Федераль миграция хеҙмәте әле уның ғаризаһын ҡарай.  Адвокаты Анатолий Кучерен һүҙҙәре буйынса, “һүҙ сәйәси  һыйыныу урыны хаҡында бармай” һәм властарҙың ҡарары яҡын көндәрҙә билдәле буласаҡ. Сноудендың Рәсәйҙә ваҡытлы ҡалыу срогы 1 августа тула.

Америка властары АҠШ гражданины Эдвард Сноуденды белә-күрә тороп йәшерен мәғлүмәт таратыуҙа ғәйепләй, илендә уға төрмә янай. Сноуден, айырым алғанда, киң мәғлүмәт сараларына электрон күҙәтеү программаһы тураһындағы материалдарҙы тапшырған.


Уҙған йылдың июнь айында ул АҠШ-тан Гонконгҡа ҡаса, унан Эквадорға юл тоторға уйлай. АҠШ властары уның паспортын ғәмәлдән сығара һәм ул”Шереметьево”аэропортының транзит зонаһында бер ай ултырырға мәжбүр була.

Комментариев нет:

Отправить комментарий