Грузияның элекке президенты һәм Советтар
Союзының элекке сит ил эштәре министры Эдуард Шеварднадзе дүшәмбе көн Тбилисиҙа
87-се йәшендә вафат булды.
Советтар Союзы коммунистар фирҡәһендәге
карьераһын ул 60-сы йылдарҙа Мцхетела Грузия коммунистар фирҡәһенең беренсе
райком секретары булып башланы, 1972 йылдарҙа иһә Үҙәк комитеттың беренсе
секретары- республика башлығы ине инде.
Горбачев заманында ул СССР-ҙың сит ил
эштәре министры булып китте, 1992 йылда кире тыуған иленә әйләнеп ҡайтты. Хәрби
түңкәрелештән һәм Грузияның тәүге президенты Звиад Гамсахурдиа бәреп
төшөрөлгәндән һуң, дәүләт башлығы посын алды.
2003 йылдағы Розалар революцияһы фонында
ул отставкаға китергә мәжбүр булды, ә власҡа Михаил Саакашвили килде.
Комментариев нет:
Отправить комментарий