Үҙе һайланғандан алып тәүге тапҡыр Рим папаһы Франциск
педофил-руханиҙарҙың ҡорбандары менән әңгәмәләште. Бөйөк Британиянан, Германиянан
һәм Ирландиянан 6 кеше понтифик менән уның Изге Петр базилигы янындағы
резиденцияһында осрашты. Уҙған йылдың йәйендә рим-католик сиркәүе башлығы
Ватикандың педофилияны енәйәт тип иҫәпләүсе законын рәсми рәүештә раҫлағайны.
Папа Франциск: “Мин руханиҙар тарафынан
һеҙгә ҡарата эшләнгән гөнаһтар, енәйәттәр, енси көсләүҙәр өсөн тәрән ҡайғымды
белдерәм. Мин түбәнселек менән ғәфү үтенәм. Юғары пост биләгән сиркәү
әһелдәренең етешһеҙлектәре өсөн ғәфү үтенәм.
Үткән йылдың декабрендә понтифик
Ватиканда педофилия осраҡтарын булдырмаҫҡа һәм көс ҡулланыу ҡорбандарына ярҙам
итергә тейешле комиссия төҙөргә бойорҙо.
Ватикандағы Рим папаһының зыян
күреүселәр менән осрашыуы тәнҡитһеҙ үтмәне.
Ватикандағы Рейтер хәбәрсеһе:
“Рим папаһы һайланып 16 ай үткәс кенә енси
көсләү ҡорбандары менән осрашты. Аргентиналағыларҙың кәйефе айырыуса ҡырылды:
был илдә католик руханиҙарҙан зыян күргәндәр понтифик янына инеүселәр төркөмөнә
эләкмәне. Ул кешеләр был факттың күңелдәренә ниндәй яра һалыуы хаҡында
Францискка хат ебәрҙе.”
Педофилия менән бәйле ғауғалар католик
сиркәүенең абруйын төшөрҙө. Ошо йылдың ғинуарында Ватикан тәүге тапҡыр
педофилия өсөн юғары дәрәжәнән мәхрүм ителгән 400 рухани хаҡында мәғлүмәт
баҫтырып сығарҙы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий