вторник, 8 июля 2014 г.

Япония: Окинава тайфун ҡосағында.


Неогури тайфуны Японияның көньяғындағы Окинава префектураһының ғәҙәти тормошон селпәрәмә килтерҙе, регионды тышҡы донъянан айырҙы. Наха ҡалаһының административ үҙәгендә аэропорт ябылды. Мәктәптәр, балалар баҡсалары ла ябыҡ.

Синоптиктар ябырылып килгән тайфунды һуңғы бер нисә тиҫтә йыл эсендәге иң көслөһө тип атай. Елдең тиҙлеге айырым осраҡтарҙа секундына 50 метрға етә. Тайфун үҙәгендә ел тағы ла көслөрәк- секундына 70 метр. Стихия иһә Окинава яр буйҙарына сәғәтенә 25 километр тиҙлек менән килә.


Властар урындағы халыҡҡа стихия зонаһынан эвакуацияланырға кәңәш бирә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий