среда, 13 августа 2014 г.

Рәсәй Украинаға гуманитар ярҙам ебәрҙе.


Рәсәй Украинаның көньяҡ-көнсығышына аҙыҡ-түлек, медикаменттар, йоҡо тоҡтары- йәмғеһе 2 мең тонна йөк оҙатты.

Британияның “Файнэншл таймс”ы хәбәр итеүенсә, Рәсәй президентының матбуғат сәркәтибе Дмитрий Песков Украинаға гуманитар йөктөң Киев менән килешелгән урындан ғына инәсәге хаҡында белдергән. Ул гуманитар йөктөң хәрби һағы булмаясағын да әйтеп үткән.

Рәсәйҙең йөк машиналары Украина сигенә шаршамбыла көндөҙ барып етәсәк, тип көтәләр. “Украинская правда,” Украина Милли именлек советы рәйесе Андрей Лысенко һүҙҙәренә таянып, Рәсәй йөктәрен ил территорияһына Ҡыҙыл Тәре Халыҡ-ара комитеты сертификатын алғас ҡына үткәрәсәктәрен хәбәр итте.

Бынан алда Украина президенты Петр Порошенко, әгәр халыҡ-ара кимәлдә ойошторолоп, хәрби һаҡ булмаһа, илдең көньяҡ-көнсығышы халҡына ярҙам итеүҙәренә ҡаршы булмауы тураһында белдергәйне. Халыҡ-ара Ҡыҙыл Тәре вәкиленә һылтанып, ИТАР-ТАСС Рәсәй гуманитар конвойының Украина сигенә табан хәрәкәт итеүен хәбәр итте.

Көнбайыш илдәре һәм НАТО иһә гуманитар ярҙам ебәреү һылтауы аҫтында Рәсәй Украина эштәренә ҡыҫылыр тигән хәүеф белдерә.



Комментариев нет:

Отправить комментарий