воскресенье, 10 августа 2014 г.

Киев: активистар Майҙандан китергә теләмәй.


Киевта коммуналь хеҙмәт хеҙмәткәрҙәре ярҙамға килгән ябай кешеләр ярҙамында Майҙанда тәртип булдырырға тырыша. Улар активистарҙың палаткаларын, Украина баш ҡалаһының үҙәк майҙанын ярты йылдан ашыу “биҙәп” торған баррикадаларын һүтә. Операцияла Киев мэры Виталий Кличко ла ҡатнашты, ул активистар менән килешеп эшләргә уйлай: “Һөйләшеүҙәр ярҙамында яйлап эш итергә уйлайбыҙ. Тағы әйтәм: төп мәсьәлә- аңлатыу, килешеү...Беҙ Киевты нормаль тормошҡа ҡайтарырға тейешбеҙ.”
Активистар иһә таралырға уйламай, сөнки, уларҙың һүҙе буйынса, көрәш ваҡытында алдарына ҡуйған маҡсатҡа улар әле ирешә алмаған: “Хөкүмәт бер генә бурысын да үтәмәне. Люстрация хаҡында закон тормошҡа ашырылманы, бында һәләк булған халыҡ өсөн берәү ҙә яуаплылыҡҡа тарттырылманы. Асылда бер нәмә лә юҡ.”
Майҙанда тәртип булдырғанда, бәрелештәр булды. Активистар покрышкалар яндырҙы, коммуналь хеҙмәткәрҙәр активистарҙың палаткаларына ут төрттө. Килеп еткән янғын һүндереүселәр утты һүндерә һалды.
Евромайҙан” ярҙамында власҡа килгән элекке оппозиция бында ҡаршылыҡ акцияларын күрергә теләмәй. Коммуналь хеҙмәттәргә 24 августа буласаҡ Украинаның Бойондороҡһоҙлоҡ көнөнә ҡала үҙәген таҙартырға фарман бирелгән.



Комментариев нет:

Отправить комментарий