суббота, 9 августа 2014 г.

Рәсәй халҡы үҙе етештергән аҙыҡ-түлекте ашаясаҡ.


Рәсәй премьер-министры Дмитрий Медведев кесаҙна көн министрҙар кабинеты ултырышында президенттың указына ярашлы хөкүмәттең Евроберләшмә, АҠШ, Австралия, Канада һәм Норвегиянан байтаҡ аҙыҡ-түлек индереүгә эмбарго иғлан итеүе хаҡында белдерҙе. Бер йылға тәғәйенләнгән был ҡарар 7 августа үҙ көсөнә инде. Һыйыр, сусҡа ите, балыҡ, йәшелсә, емеш-еләктәр, ҡош иттәре, сыр, һөт һәм һөт аҙыҡтарын индереү бөтөнләй тыйыла. Күп рәсәйлеләр был санкцияларҙың үҙҙәренә ҡағылыуынан ҡурҡмай.


Беҙ бер нәмә лә юғалтмайбыҙ,-ти Мәскәү магазины клиенты Ирина Кашкадова,-үҙ ауыл хужалығыбыҙҙы үҫтерербеҙ һәм башҡа илдәр менән сауҙа бәйләнештәре булдырырбыҙ.”
Комплекслы стратегик тикшеренеүҙәр институты мәғлүмәттәре буйынса, рәсәйлеләр ҡулланған аҙыҡ-түлектең 43 проценты ситтән индерелә- сырҙарҙың 50 проценты, сусҡа итенең 26 проценты, һыйыр итенең 25 проценты, йәшелсәләрҙең 65 проценты. Уҙған йыл Рәсәй 43 миллиард долларға аҙыҡ-түлек һатып алған, был сумманың яртыһы санкция исемлегенә ингән илдәргә ҡарай. DZ Bankының өлкән иҡтисадсыһы Штефан Бильмайер фекере буйынса, санкцияларҙың кире йоғонтоһо тигеҙ бүленмәгән.


Санкцияларҙан тәүге нәүбәттә Көньяҡ Европа зыян күрәсәк, бигерәк тә Испания һәм Греция. Шауҡымы Польшаға һәм Көнсығыш Европаның бер нисә бәләкәй иленә лә тейәсәк. Ҡушма Штаттарға ла ҡағыласаҡ ул, уларҙың ит экспорты зыян күрәсәк. Дөйөм алғанда, һиҙелерлек тәьҫире булыр тип уйламайым.”



Мәскәү Көнбайыштың авиаташыусыларына ла яуап һөжүме яһамаҡсы. Һүҙ Рәсәй һауа киңлектәрен Азия-Тымыҡ океаны регионына транзит рейстарҙы файҙаланыуҙы тыйыу хаҡында бара. Транссебер маршруттарын файҙаланыу ҡағиҙәләре лә үҙгәреүе ихтимал. Был яуап саралары әлегә индерелмәгән, запаста тора. Тыйыу Украина авиаташыусыларына ғына ҡағыла. Рәсәй территорияһы аша Грузияға, Әзербайжанға, Әрмәнстанға һәм Төркиәгә улар өсөн транзит рейстар тыйылған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий