суббота, 9 августа 2014 г.

Төньяҡ Ираҡ халҡы һуғыштан ҡаса.



Төньяҡ Ираҡ халҡы йәбер-золомдан ҡаса. Экстремистар радикаль исламды ҡабул итмәгәндәргә үлем менән янай. Тиҫтәләрсә мең кеше үҙ йорттарын ташлап ҡасты. Күптәр Ираҡ Курдстаны автономияһы өлкәһенә китә.

Шиғи Али Радха Сөләймәниә ҡалаһына юл тота: “Экстремистар беҙҙең ҡаланы баҫып алды. Улар шиғиҙарға, сөнниҙәргә, христиандарға, езидтарға ҡаршы сыға. Улар беҙҙең йорттарыбыҙҙы тартып алды. Беҙ Ирак хөкүмәтенә, Курдстандағы регион властарына, халыҡ-ара йәмәғәтселеккә мөрәжәғәт итәбеҙ- ҡотҡарығыҙ беҙҙе!”

Йөҙҙәрсә ираҡ, күбеһенсә езидтар, Төркиәнең Ширнак провинцияһына ҡасты. Анкарала ябыҡ ишектәр артында Төркиә президенты Рәжәп Тайип Эрдоган хөкүмәт ағзалары менән Ираҡтағы хәлдәр хаҡында фекер алышты. Күҙәтеүселәр билдәләүенсә, әлеге этапта Төркиә хәрби операцияларҙа ҡатнашырға теләмәй, ул ил сиге именлеген тәьмин итеү һәм гуманитар миссиялар менән мәшғүл буласаҡ.





Комментариев нет:

Отправить комментарий