суббота, 9 августа 2014 г.

Эбола: Нигерияла ғәҙәттән тыш хәл индерелде.


Африканың халыҡ иң күп йәшәгән илендә- Нигерияла -властар йома көн, үлемесле Эбола биҙгәге таралыу сәбәпле, ғәҙәттән тыш хәл индерҙе. Унда ике үлем осрағы теркәлгән, йәнә 5 кеше вирус йоҡторған, улар врачтарҙың ентекле күҙәтеүе аҫтында.

Сит илдәрҙән килгән авиапассажирҙарҙы ла ентекле контроль аша үткәрәләр.

Әгәр ниндәйҙер шик тыуһа, тикшереү кәрәк булһа, беҙ кешеләрҙе махсус ябыҡ зонаға ебәрәбеҙ,-ти Лагос аэропорты директоры.-Карантин зонаһы ла бар. Кәрәк икән, беҙ кешеләрҙе шунда урынлаштырып торабыҙ.

Нигерия президенты Гудлак Джонатан ҡурҡыныслы ауырыуға ҡаршы саралар өсөн 12 миллион доллар бүлергә ҡушты. Вирус таралған илдәргә Бөтә донъя банкы финанс ярҙамы күрһәтә.

Бөтә донъя банкы” Гвинея, Либерия һәм Сьерра-Леонеға ярҙам йөҙөнән һәм Эбола биҙгәгенә ҡаршы көрәшкә 200 миллион доллар бүлде,-ти ойошма башлығы. Был аҡсалар медицина кәрәк-яраҡтары һатып алыуға, медперсоналға түләүгә һәм ауырыу арҡаһында иҡтисади ауырлыҡтар менән осрашҡандарға ярҙам итеүгә китәсәк.”


Тәүҙә сир Гвинеяла таралды, аҙаҡ күрше Либерия һәм Сьерра-Леонеға күсте. Үткән аҙнала ғәҙәттән тыш хәл Сьерра-Леонела, шаршамбы Либерияла индерелде. Февралдән алып ауырыу меңгә яҡын кешенең ғүмерен өҙҙө.

Комментариев нет:

Отправить комментарий