суббота, 9 августа 2014 г.

Америка авиацияһы исламистарҙың Ирактағы позицияларына һөжүм яһаны.


Америка штурмовигы Ирактың төньяғындағы Курдстан автономия өлкәһе баш ҡалаһына баҫып килеүсе “Ислам дәүләте” боевиктары позицияларына һөжүм яһаны. Пентагондың рәсми вәкиле һүҙҙәре буйынса, боевиктарҙың артиллерияһы Америка граждандары булған Эрбиль ҡалаһын утҡа тотҡан. Бынан алда президент Обама Ирак территорияһының айырым нөктәләрен утҡа тотоуға санкция биргәйне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий