понедельник, 4 августа 2014 г.

Рәсәй Польша йәшелсәләрен һәм емеш-еләктәрен индереүҙе тыйҙы.


Рәсәй ауыл хужалығы надзоры Польшанан Рәсәйгә емеш-еләк һәм йәшелсәләрҙе индереүҙе тыйҙы.  Магазин кәштәләренән Польша алмалары, груша һәм һары сейәләре, слива һәм кәбеҫтәләре юҡҡа сығасаҡ.  Ведомствола раҫлауҙарынса, улар Көнбайыш Калифорния сәскә  трипсы менән һәм көнсығыш алма күбәләге менән зарарланған. Шул уҡ ваҡытта йәшелсә һәм емештәрҙә бик күп пестицидтар табылған.

Варшавала был тыйыуҙы сәйәси, тип иҫәпләйҙәр һәм Евроберләшмәнең Рәсәйгә ҡаршы санкциялары менән бәйләйҙәр.

“Президент Путиндың сәйәсәте хаҡында нимә уйлауыбыҙҙы күрһәтер һәм Польша фермер хужаларын яҡлар өсөн беҙ бөгөн алмалар таратабыҙ. Бөгөн бөтә ил алма ашарға тейеш тип уйлайым,”-ти Варшавалағы алма акцияһында ҡатнашыусы.


Польшаның ферма хужалары өсөн был етди зыян, сөнки емеш-еләктәрҙең, йәшелсәләрҙең яртыһынан күбеһе Рәсәйгә оҙатыла килде.


 “Әлеге көрсөк шарттарында етештереүселәрҙең һәм ғөмүмән Польшаның ғәйебе юҡ, хәҙер беҙгә компенсация алыу, етештереүгә киткән сығымдарҙы ҡаплатыу мөһим,”-ти Польша ауыл хужалығы министры Марек Савицкий.

Комментариев нет:

Отправить комментарий