понедельник, 4 августа 2014 г.

Ҡытай: ер тетрәү ҡорбандары арта бара.


“Ҡытайҙағы ер тетрәү ҡорбандары 380-дән артып китте”, -тип хәбәр итте Ҡытай властары. Был хәл Юньнань провинцияһында булған.

Иң күп үлеүселәр Лудянь уезында- 302 кеше. Халҡы 265 мең булған был районға яңынан-яңы ҡотҡарыусылар отрядтары оҙатыла. Унда әле ҡотҡарыусылар 10 меңдән ашыу. 2 мең самаһы урындағы кеше тән йәрәхәттәре алған, хәбәрһеҙ юғалғандар ҙа байтаҡ. Ҡайһы бер төбәктәр харабаларға әйләнгән. Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, 12 мең йорт емерелгән, йәнә 30 меңе зыян күргән.


6,5 магнитудалы ер тетрәү 3 августа булған. Ҡытайҙың киң мәғлүмәт саралары буйынса, был ер тетрәү һуңғы 14 йыл эсендәге иң көслөһө.

Комментариев нет:

Отправить комментарий