понедельник, 4 августа 2014 г.

“Шпигель”: израиллеләр Керриҙың телефондан һөйләшеүен тыңлап торған.


Немецтарҙың “Шпигель” журналы мәғлүмәттәре буйынса, Израилдең махсус хеҙмәттәре АҠШ дәүләт сәркәтибе Джон Керриҙың телефон аша һөйләшеүҙәрен тыңлап торған. Разведка йәмәғәтселегендәге күп һанлы “ышанысҡа лайыҡлы” сығанаҡтарға таянып, уҙған йылдағы Керриҙың Яҡын Көнсығыштағы аралашсылыҡ миссияһы барышында ул асыҡ, шифрланмаған спутник линияһы хаҡында ла һүҙ алып барған- “Шпигель” әйтеүенсә, израиллеләр һәм “кәм тигәндә, йәнә бер махсус хеҙмәт”ошо әңгәмәне тыңлаған да инде.

Йәһүд дәүләте хөкүмәте шул рәүешле алынған мәғлүмәтте аҙаҡ Яҡын Көнсығыш конфликтын яйға һалыуға бағышланған халыҡ-ара һөйләшеүҙәрҙә файҙаланған.


“Шпигель”фекере буйынса, был йәшерен тыңлауҙар Израиль һәм АҠШ араһындағы былай ҙа киҫкен мөнәсәбәттәрҙе тағы ла ҡырҡыуландырып ебәреүе ихтимал.

Комментариев нет:

Отправить комментарий