суббота, 2 августа 2014 г.

Украинаның көнсығышында гуманитар көрсөк.


Украина армияһы һәм ополчение араһында һуғыш киҫенләшә барған Украинаның көнсығышында гуманитар көрсөк. Урындағы бик күптәр тыуған яҡтарын тиҙерәк ташлап китергә тырыша. Йома ҡасаҡтар тейәлгән бер нисә тиҫтә автомобиль Луганск контроль үткәреү пункты аша Харьковҡа юл тотто, кешеләр унда һыйыныу урыны табырға ниәтләй.

“Хәлдәр мөшкөл: газ юҡ, һыу юҡ, элемтә, аҙыҡ-түлек юҡ. Бензинды һәр заправкала 10 литр ғына бирәләр. Балаларҙы алып сығырға кәрәк. Төндә бер нисә шартлау булды. Таңға барыбыҙ ҙа һикереп торҙоҡ. Бәпәй ҙә ҡурҡа башланы.”


БМО-ның кеше хоҡуҡтары буйынса Баш комиссар миссияһы идаралығы күрһәтеүенсә, үҙ йорттарын ташлап, илдең башҡа мөйөштәренә күсеп китеүселәр һаны- 100 мең. БМО мәғлүмәттәре буйынса, йәнә 130 мең кеше Рәсәйгә күсеп киткән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий