пятница, 15 августа 2014 г.

Владимир Путин Рәсәйҙе тышҡы донъянан айырмаҫҡа вәғәҙә итте.


Ҡырым яҙмышы, Украинаның көньяҡ-көнсығышындағы конфликт, Рәсәйҙең тышҡы сәйәси курсы, уның приоритеттары һәм именлеге Рәсәй президенты Владимир Путиндың Ҡырымға эш сәфәре барышында Дәүләт Думаһы депутаттары алдындағы сығышының төп темаһы булды.

Рәсәй лидеры ярымутрауҙы аннексиялау тураһындағы ғәйепләүҙәрҙе кире ҡаҡты, һүҙ халыҡтың үҙ ихтыярын белдереүе хаҡында барыуын һәм был мәсьәләгә кире ҡайтыу булмаясағын белдерҙе.

Владимир Путин Ҡырымда айырым хәрби группировка урынлаштырыу һәм Рәсәй армияһын донъяла быға оҡшашы булмағанса ҡоралландырыу планы хаҡында ла әйтеп үтте.

Президент Украиналағы ҡан ҡойошто туҡтатыу өсөн бөтәһен эшләргә вәғәҙә итте һәм Рәсәйҙең донъянан айырылыуына ҡаршы булыуын белдерҙе, әлбиттә был илдең милли мәнфәғәттәренә зыян килтермәҫкә тейеш.

Ҡырымға Владимир Путиндың визиты Мәскәү һәм Көнбайыш дәүләттәренең мөнәсәбәте ҡырҡыулашҡан мәлгә тура килде, Украина көрсөгөн һәм Ҡырымдың Рәсәй Федерацияһы составына ҡушылыуының легитимлығын баһалауҙа фекерҙәр тап килмәй.



Комментариев нет:

Отправить комментарий