пятница, 15 августа 2014 г.

Израиль халҡы һәм фәләстиндар тыныслыҡ көтә.


Кесе йома Израиль һәм Газа секторы араһында тыныслыҡ урынлашты. Меңдәрсә фәләстин, хәрби операция ҡайтанан башланмаҫ һәм емерелгән йорттарҙы ҡайтанан төҙөргә мөмкин булыр, тип өмөт итә. Яр буйы анклавындағы байтаҡ халыҡ БМО мәктәптәре бинаһында төйәк тапты. Улар Газа секторын блокадалауҙы туҡтатырға саҡыра.

Мөхәммәт әл-Даиб: Биш көндән ҡарар ҡабул ителер һәм Израиль һәм уның союздаштары ойошторған халыҡты күпләп ҡырыу туҡтатылыр, тип өмөт итәбеҙ. Фәләстин яғынан һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашыусыларҙы, фәләстиндарҙың талаптары үтәлмәй тороп, Ҡаһирәнән ҡайтмаҫҡа саҡырабыҙ.

Израилдең көньяғындағы Ашкелонда көн элгәре һауа тревогаһы сиреналары яңғыраны. Бөгөн иһә урындағы халыҡ тыныс рәүештә диңгеҙ буйында ял итә ала.

Джесссика Бернард: “Утҡа тотоуҙы туҡтатыу килешеү менән тамамланыр тигән өмөттәмен. Минең ирем ай буйы ғәскәри хеҙмәттә йөрөнө, бик тә ауыр булды. Башҡаса уны хеҙмәткә саҡырмаҫтар тип ышанғы килә.”

Әлегә Ҡаһирәлә Мысыр властары аралашлығы ярҙамында Фәләстин-Израиль һөйләшеүҙәре бара.



Комментариев нет:

Отправить комментарий