ЮНИСЕФ
мәғлүмәттәре буйынса, Израилдең Газа
секторындағы хәрби операцияһы ваҡытында
һәләк булған балаларҙың һаны 400-ҙән
артып киткән, 2,5 мең самаһы фәләстин
балаһы тән йәрәхәттәре алған. Ә тәрән
психологик яра алған бәләкәй фәләстиндар
унан да күберәк.
“Балаларҙың
йоҡоһо боҙолдо,-ти врач Хәсән Зейда,-улар
бер үҙҙәре генә йоҡлап китә алмай,
күңелдәре йәрәхәтләнгән балалар ҡурҡыныс
төштәр күрә, улар ҡурҡып гел ата-әсәләренә
йәбешеп йөрөй.”
Психологик
ярҙам үҙәгендә травма алған балаларға
уйынсыҡтар тараталар. Күп бәләкәй
пациенттар һуғыш арҡаһында уйынға әүрәп
китә алмай. Медиктар, бөтә тырышлығын
һалып, балаларҙа тормошҡа ҡыҙыҡһыныу
уятырға, ҡурҡыныс хәтирәләрҙән ҡотҡарырға
тырыша.
Газа
секторындағы БМО-ның Яҡын Көнсығыш
агенствоһы мәктәптәрендә балалар
үҙҙәрен яҡшыраҡ тоя. Бында улар менән
профессиональ психологтар эшләй.
“Мин
төшөмдә үҙебеҙҙең емерелгән йортобоҙҙо
күрәм, ҡысҡыра, илай башлайым. Әсәйем,
уянып, мине тынысландыра, борсолмаҫҡа,
иламаҫҡа өндәй,”-тип кисерештәре менән
уртаҡлаша бәләкәй Сандус.
Ярҙам
үҙәге хеҙмәткәрҙәре, һуғыш тынып торған
арала булһа ла, кескәй фәләстиндар, үҙҙәрен балалар итеп тойоп, бомбаға
тотоу ҡурҡыныстары хаҡында онотоп
торһон өсөн, барыһын да эшләй.
Комментариев нет:
Отправить комментарий