четверг, 21 августа 2014 г.

Израиль-ХАМАС: һуғышсан риторика дауам итә.


Израиль һәм ХАМАС боевиктары ҡораллы бәрелеште дауам итә. Шишәмбе көн ваҡытлы килешеү өҙөлдө, ике яҡтан да ракеталар осто.

Израиль Хәрби Һауа көстәре һөжүме арҡаһында, ХАМАС-тың хәрби ҡанаты башлығы Мөхәммәт Дейфтың ҡатыны һәм улы һәләк булған. Дейфтың үҙенең яҙмышы хаҡында ҡаршылыҡлы хәбәрҙәр йөрөй. FOXNews телеканалы, Израиль разведкаһындағы сығанаҡҡа таянып, Дейф һөжүм ваҡытында һәләк булырға тейеш, тип хәбәр итә. ХАМАС-тың матбуғат сәркәтибе Сәми Әбү Зухри иһә Мөхәммәт Дейфтың иҫән булыуын белдерә.

Хәлдәр әлегә шулай тора: һөйләшеүҙәрҙән фәтүә булманы, ике яҡ та бер-береһен ғәйепләй. Риторика һуғышсаныраҡ төҫ ала бара. ХАМАС-тың хәрби ҡанаты матбуғат сәркәтибе телемөрәжәғәтендә Израилгә “йәһәннәм ҡапҡаларын асыу” менән янаны, Бен-Гурион аэропортын утҡа тоторға вәғәҙә биреп, сит ил компанияларын 21 августың иртәнге 6 сәғәтенән алып Израилгә осоуҙан һаҡланырға саҡырҙы.

Үҙ сиратында Израиль премьеры Биньямин Нетаньяху, хәрбиҙәр менән кәңәшмә һөҙөмтәләре буйынса, Газа секторында хәрби операция дауам итәсәк, ХАМАС лидерҙарының береһе лә үҙен имен итеп тоймаясаҡ, тип белдерҙе.


Израиль оборонаһы Армияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, һуңғы тәүлектәрҙә Газа секторынан Израиль яғына 180-дән ашыу ракета ебәрелгән. Шуларҙың 34-е “Тимер көмбәҙ”Һауа оборонаһы системаһы тарафынан бәреп төшөрөлгән, 131 ракета Израиль территорияһына барып етә алған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий