четверг, 21 августа 2014 г.

Таиланд: генерал Чан-Оча премьер итеп һайланды.


Таиланд хунтаһы башлығы 60 йәшлек генерал Прают Чан-Оча илдең премьер-министры итеп һайланды. Хөкүмәт башлығы посына берҙән-бер кандидат Чан-Оча өсөн ваҡытлы парламенттың яртыһынан күберәк депутаты тауыш бирҙе.Таиланд короле Пумипон Адульядет формаль рәүештә был тәғәйенләнеүҙе раҫларға тейеш.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 22 майҙа Таиландта дәүләт түңкәрелеше булғайны. Хәрбиҙәр граждандар хөкүмәтен властан алды, сенатты таратты һәм конституция буйынса эш итеүҙе туҡтатты.

Июль аҙағында монарх Ваҡытлы милли закон сығарыу йыйылышы ағзалары исемлеген раҫланы. Ваҡытлы парламент составы менән королде Милли советҡа етәкселек иткән Чан-Оча таныштырҙы.


Хәрби түңкәрелеш алдынан Таиландта 7 ай буйы премьер Йинглак Чинават етәкселегендәге кабинеттың отставкаға китеүен талап иткән оппозицияның хөкүмәткә ҡаршы демонстрациялары барҙы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий