среда, 20 августа 2014 г.

Америка журналисын язалаған йәлләт Лондон акценты менән һөйләшкән.


Америка журналисы Джеймс Фоулиҙы британлы язалауы ихтимал. Был хаҡта Британия сит ил эштәре министры Филип Хэммонд белдергән, әйтеүенсә, интернетта урынлаштырылған видеола йәлләт Лондон ҡасабаларына хас акцент менән һөйләшкән. Бынан алда Бөйөк Британия властары короллектең байтаҡ кешеһе Сүриәлә һәм Ираҡта йыһатсылар яғында һуғышыуына борсолоу белдергәйне.

Радикалдар ҡулына эләккән Фоули үлер алдынан Ираҡта диңгеҙ пехотаһында хеҙмәт иткән ағаһына мөрәжәғәт итә, үҙенең эше менән уны үлемгә хөкөм итеүе тураһында әйтә.

Икенсе юлы “Ислам дәүләте” төркөмө боевиктары былтыр Ливияла юғалған Американың “Тайм” баҫмаһы журналисы Стивен Солтоффты язалау менән янай.

Экстремистар белдереүенсә, АҠШ президенты Барак Обама, Ираҡтағы төркөмгә ҡаршы операцияны хуплап, мосолмандар менән яңы һуғыш фронтын асҡан. Журналсты язалауҙы төшөргән видеояҙманы улар “Америкаға мөрәжәғәт” тип атаған. Бынан алда Сүриә һәм Ираҡ территорияһында эш иткән экстремистар, әгәр АҠШ уларҙың позицияларына авиаһөжүм яһауҙан туҡтамаһа, “американлыларҙы ҡанға батырырға” вәғәҙә биргәйне.


Комментариев нет:

Отправить комментарий