среда, 20 августа 2014 г.

Рәсәйҙә Украина ҡасаҡтары миллионға яҡынлай.


Өсөнсө көн һыуһыҙ: бөгөн Донецк ҡалаһында магазиндағы һыу- төп продукт. Уны һәр кем күберәк алып ҡалырға тырыша. Ҙур сауҙа үҙәктәрендә генә табырға була һыуҙы.

Донецк мэрияһы сайтында көн һайын китергә теләүселәр өсөн мәғлүмәт баҫтырыла- ҡайҙа юлланырға мөмкин, нисек, ниндәй транспорт менән. Ҡабул итергә туған-тумасаһы булмаған Украина ҡасаҡтары өсөн төп йүнәлеш- Ростов өлкәһе, унда 65 пунктта һәм өс лагерҙа ҡасаҡтарҙы ҡабул итәләр. Бынан уларҙы Рәсәйҙең төрлө региондарына оҙаталар.

Конфликт башланғаны бирле, Рәсәй Федерацияһына Украинанан күпме кеше килеүе аныҡ ҡына билдәле түгел, сөнки бөтәһе лә миграция хеҙмәтенә мөрәжәғәт итмәй. БМО иҫәбе буйынса, 700 000 кеше, Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы 1 миллион тип иҫәпләй.

Комментариев нет:

Отправить комментарий