Кәм тигәндә 27
кеше Хиросималағы шыуғын ҡорбаны булған.
Улар араһында ике бала ла бар. Тәбиғәт
ҡазаһы урынында эҙләнеү-ҡотҡарыу эштәре
бара. Ун кеше хәбәрһеҙ юғалғандар
исемлегендә. Яңы ишелмәләр төшөү
ҡурҡынысы арҡаһында, ҡотҡарыусылар
вертолет тростарына беркетелгән көйө
эшләй.
Хиросима халҡы
һөйләй:
“Ғаиләбеҙ менән
йәһәт кенә йыйынып, ҡасыу яғын ҡараныҡ.
Йортобоҙға бик көслө ташҡын бәреп
ингәйне. ”
“Хәлдең айышына
төшөнгәндә, бөтә ерҙә бысраҡ ташҡын
ине, юлдарҙан автомбилдәрҙе һөйрәтеп
алып китте, бөтә нәмә емерелде...”
Шыуғындар
барлыҡҡа килеүгә төнө буйы яуған ямғыр
сәбәпсе булған. Тәүлек эсендә яуым-төшөм
кимәле 243 мм булып киткән.
Әлеге мәлдә 800
кеше эвакуацияланған. Япония
премьер-министры Синдзо Абэ, Хиросималағы
ғәҙәттән тыш хәл арҡаһында, ялын туҡтатып,
Токиоға ҡайтҡан.
Комментариев нет:
Отправить комментарий