вторник, 19 августа 2014 г.

Ассанж Британия ҡануниәтендә ҡотолоу юлын тапҡан.


Джулиан Ассанж Лондондағы Эквадор илселеген ҡалдырып китергә ниәтләүен белдерҙе, ҡарар һаулыҡҡа бәйләнмәгән булыуын да әйтеп үтте. Был турала WikiLeaksҡа нигеҙ һалыусы үҙе ике йыл ғүмерен үткәргән дипмиссия бинаһындағы матбуғат конференцияһы ваҡытында һөйләне.

Күптән түгел Британия ҡануниәте үҙгәреүе менән бәйле Ассанждың адвокаттары законлы юлын да тапты. Яңы төҙәтмәләр буйынса, ғәйепләү белдерелмәй тороп, кешене Европаның бер иленән икенсеһенә экстрадицияларға ярамай.

Тәүге нәүбәттә Бөйөк Британия властарының позицияһын үҙгәртергә кәрәк. Ике йыл элек, ҡануниәтте үҙгәртеп, хата эшләгәндәрен уларға танырға ғына ҡала. Үткән айҙа был үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде. Хәҙер инде шуныһы ап-асыҡ: суд алдына баҫтырыу өсөн, Ассанжды экстрадициялау мөмкин түгел. Төҙәтмәләр арҡаһында, ғәйепләү белдерелгәнгә ҡәҙәр экстрадиция мөмкин түгел,”-тип белдерҙе WikiLeaksтың рәсми вәкиле Кристин Храфнссон.

WikiLeaks башлығы Британия властары уны көсләүҙә ғәйепләгән Швецияға, Стокгольм үҙ сиратында дәүләт департаментының йәшерен мәғлүмәттәрен баҫтырып сығарған өсөн 35 йыл төрмә менән янаған АҠШ-ҡа экстрадициялар тип шикләнә.


Комментариев нет:

Отправить комментарий