вторник, 19 августа 2014 г.

Германияның разведка хеҙмәте Төркиә артынан күҙәтеү алып барғанмы?

Төркиәнең тышҡы сәйәсәт ведомствоһы, әңгәмәгә ГФР илсеһе Эберхард Полде саҡырып, шпионлыҡ итеү хаҡындағы ғауғаға аңлатма биреүҙе талап итте.
Тикшереү башланыуға немецтарҙың Шпигельаҙналығында баҫылып сыҡҡан Германия разведка хеҙмәтенең Төркиә артынан күптән күҙәтеү алып барыуы тураһындағы мәғлүмәте сәбәпсе булды.


Төркиәнең сит ил эштәре министры Әхмәт Дауыт улы былай тип белдерҙе:

Әгәр мәғлүмәт дөрөҫ булһа, беҙ, Төркиәнең тышҡы сәйәсәт ведомствоһы, бының бөтөнләй ярамаған эш булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алабыҙ. Беҙ аңлатыу талап итәбеҙ.”

Немец матбуғаты мәғлүмәттәре буйынса, ГФР разведкаһы Төркиә артынан 2009 йылдан бирле үк күҙәтеү алып бара, шулай уҡ ул АҠШ-тың дәүләт сәркәтибе Джон Керри һәм элекке дәүләт сәркәтибе Хилари Клинтондың телефондан һөйләшеүҙәрен тыңлаған.

Канцлер Ангела Меркель был хәлгә шундай комментарий бирҙе: “Был осраҡта мин немец разведка хеҙмәтенең эшен көллө ғаләм алдында асып һалырға йыйынмайым. Барыһы ла тикшереү алып барған парламент комитетына тапшырыласаҡ. Кәрәк булһа, парламентарийҙар өҫтәмә мәғлүмәт аласаҡ.

Шпионлыҡ итеү хаҡындағы материалдар Төркиәнең генә түгел, немец оппозицияһының да ризаһыҙлығын тыуҙырҙы.

Германия- Төркиәнең иң ҙур сауҙа партнеры һәм инвесторы, илдәр НАТО сиктәрендә хеҙмәттәшлек итә. Германияла 3 миллиондан ашыу төрөк иммигранты йәшәй.


Комментариев нет:

Отправить комментарий