понедельник, 18 августа 2014 г.

Американың Фергюсон ҡалаһында йәнә сыуалыштар.


Американың Фергюсон ҡалаһында аҙна элек полицейскийҙың ҡара тәнле үҫмер Майкл Браунды атып үлтереүенә ҡаршы сыуалыштар йәнә ҡабынып китте. Йәкшәмбе кис урамдарға 400 тирәһе кеше сыҡты. Урындағы киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, митингыға сығыусылар полицейскийҙарға яндырғыс ҡатнашма һалынған шешәләр ырғытҡан, тәртип һағында тороусылар, манифестацияла ҡатнашыусыларҙы ҡыуып таратыу өсөн, төтөн гранаталары ҡулланған. Акцияла ҡатнашыусыларҙың береһе атыу ҡоралынан яраланған.

Фергюсонда аҙна буйы урындағы халыҡ тәртип һағында тороусылар менән алыша. Көн элгәре, хәлдәрҙең артабан киҫкенләшеүен туҡтатыу өсөн, Миссури штаты губернаторы Джей Никсон Фергюсонда ғәҙәттән тыш хәл һәм төнгө ваҡытта комендант сәғәте индерҙе.

Фергюсон һәм кесе Майкл Браун тарихы илдең полицияға мөнәсәбәтен күрһәтеп тора,-ти урындағы граждандар активисы.-Граждандар талабы буйынса, полиция үҙенең тәртибен үҙгәртергә тейеш.”

18 йәшлек Майкл Браун 9 августа оло юл өҫтөндә атып үлтерелә. Полиция һүҙҙәре буйынса, йәш кеше машина эсендә көрәшә башлағас атып үлтерелә. Шаһиттар раҫлауынса, Браундың ҡоралы булмаған, уға ҡулдарын күтәреп торғанда атҡандар.






Комментариев нет:

Отправить комментарий