среда, 27 августа 2014 г.

Европа: Рәсәйгә ҡаршы санкцияларҙың икенсе башы Европаның үҙенә һуҡты.


Европа, белгестәр алдан иҫкәртеүенсә, бумеранг эффектын үҙендә татый башланы. Рәсәйгә ҡарата Европа санкциялары һәм быға Рәсәйҙең яуап санкциялары Франция, Испания, Италия, Германия иҡтисадына ифрат кире йоғонто яһай. Был уйында Европа ставкаһы -5 миллиард евро һәм 130 мең эш урыны.

Рәсәй- Евросоюздың әһәмиәте буйынса өсөнсө урында торған сауҙа партнеры, ә ЕС- Рәсәйҙең беренсе партнеры, тик сауҙа балансы Европа файҙаһына түгел. Европа комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, 2013 йылда ЕС-тың 28 иленең Рәсәйҙән импорты 86,7 миллиард евроға экспортты уҙып китте.

Европаның емеш-еләктәре, йәшелсәләре, ит, балыҡ, һөт аҙыҡтарына Рәсәйҙең эмбаргоһы хәлде тағы ла киҫкенләштерҙе. Ферма хужаларына ЕС ярҙам йөҙөнән 125 миллион евро бүлһә лә, Европаның бөтә региондары ла зыян күрҙе.

Көнсығыштағы тышҡы баҙарҙар беҙгә яҡшы килем килтерә ине. Эмбарго һалған иҡтисади зыян алдында ферма хужаларына баҙап ҡалмаҫҡа тырыша, әммә был барыбыҙ өсөн дә ҙур борсолоу сығанағы,”-ти ферма хужалары ассоциация вәкиле Апулии Луиджи Нигро.

Эҙемтәләр Европа иҡтисады өсөн бик етди булды. Польша бер үҙе генә лә ВВП-һының 0,6 процентын юғалтыуы ихтимал. Мәскәүҙең иҫәбе буйынса, санкциялар менән алмашыу инфляцияны 1 процентҡа үҫтерәсәк тип көтөлә.

Ләкин европалылар тәүге нәүбәттә нефть һәм газға эмбарго иғлан ителер тип хәүефләнә. Ҡыш яҡынлаша, әлегә Европа рус газынан баш тарта алмай, ә уның күп өлөшө Украина территорияһы аша үткән газ үткәргес аша килә.

Был осраҡта иң ҡурҡынысы өҙөклөк башланыуҙа ла түгел, мәсьәлә шунда: һаҡлағыстарға газ тултырылмаясаҡ. Украина һаҡлағыстарында газ булмаһа, 2009 йылдағы хәлдәр сүп кеүек кенә күренәсәк. Шул хәлде булдырмау өсөн, Европа хәҙер әүҙем рәүештә Рәсәй менән хеҙмәттәшлек итә,”-тип, Украина эксперты Валентин Землянский майҙа уҡ иҫкәрткәйне.

Индерелгән санкцияларҙың нәтижәлелеге хаҡында фекерҙәр айырыла, ә инде энергия сығанаҡтары менән тәьмин итеүгә килгәндә, һайланыу өсөн мөмкинлектәр ҙур түгел: йә урыҫ газы, йә Себер һыуығы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий