вторник, 26 августа 2014 г.

Франция хөкүмәте: риза булмағандар китергә тейеш.


Францияла Мануэль Вальс хөкүмәте отставкаға китте. Әммә президент Франсуа Олланд шул уҡ премьер-министрға, “ил өсөн һайланған ориентирҙарға таянып,” яңы кабинет төҙөүҙе йөкмәтте.

Урындағы киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, Елисей һарайында асыҡ итеп шуны аңғарттылар: Олланд сәйәсәте менән риза булмағандар китергә тейеш. Бюджет экономияһына ҡаршы сыҡҡан иҡтисад министры Арно Монтебурҙың сираттағы белдереүе менән бәйле ғауға отставкаға сәбәпсе булды.

Бөтә донъя еврозонаны аҫҡа этәргән был мәғәнәһеҙ экономия сәйәсәтен туҡтатырға саҡыра, хатта инәлеп һорай,-тине айырым алғанда Монтебур.- Ҡыйыулыҡ табып, ҡорһаҡты тартып бәйләү” сәйәсәтенең үҙе хәл итергә тейешле дефицит проблемаһын киҫкенләштерә генә барыуын танырға кәрәк.”

Хөкүмәттең яңы составын шишәмбе иғлан итерҙәр тип көтәләр. Күҙәтеүселәр әйтеүенсә, унда тынғыһыҙ Монтебур ҙа, уны яҡлап сыҡҡан мәғариф һәм мәҙәниәт министрҙары Бенуа Амон һәм Аурэлия Филиппетти ҙа булмаясаҡ.

Консерватив оппозиция көрсөктө иҡтисадтағы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе яйға һала алмаған идара итеүсе социалистарҙың параличы тип атаны.




Комментариев нет:

Отправить комментарий