суббота, 30 августа 2014 г.

Газа арҡаһында, Бөйөк Британияла ҡатын-ҡыҙҙарҙан тәүге мосолман министр отставкаға китте.


Бөйөк Британия тарихында ҡатын-ҡыҙҙарҙан тәүге мосолман министр отставкаға китте. Сәйҙә Уорси, короллектең сит ил эштәре министры урынбаҫары, ошо рәүешле кабинеттың Яҡын Көнсығыштағы сәйәсәте менән ризаһыҙлығын белдерҙе.

Үҙенең белдереүен Уорси ханым Твиттерҙа баҫтырып сығарҙы, ул шуны һыҙыҡ өҫтөнә алды: Газалағы конфликтҡа ҡарата Лондон ҡулланған баһалар һәм фекерҙәр мораль йәһәттән нигеҙһеҙ һәм Британияның милли мәнфәғәттәренә тап килмәй.

Джордж Осборн, Бөйөк Британия казначействоһы канцлеры:

Был үкенесле һәм, дөрөҫөн әйткәндә, дөрөҫ булмаған ҡарар. Британия хөкүмәте сит ил коллегалары менән Газаға тыныслыҡ алып килергә тырыша. Беҙ ваҡытлыса утҡа тотоуҙарҙы туҡтата алдыҡ, башҡаса ул ҡабатланмаҫ тип өмөт итәбеҙ.”

Аналитиктар билдәләүенсә, Британия прмьеры Дэвид Кэмерон Газалағы хәлдәргә туранан-тура баһа биреүҙән ситкә китә, айырым алғанда, Израилдең эшмәкәрлеген ғәйепләргә ашыҡмай. Сит ил эштәре министры урынбаҫарының дипломатик сығышы шуның менән аңлатыла ла тип иҫәпләйҙәр.

Сәйҙә Уорси- тарихта тәүге ислам динен тотҡан министрҙар кабинеты ағзаһы, бай булмаған Пакистан иммигранттары ғаиләһендә тыуған. Сәйәси карьера уны консерватив фирҡәнең етәксе эшелонына алып килгән. 2007 йылда уға баронесса титулы менән бергә ғүмерлек пэр титулы бирелгән.




Комментариев нет:

Отправить комментарий