пятница, 29 августа 2014 г.

Сүриә: БМО-ның тыныслыҡ урынлаштырыусылары боевиктарҙа әсирлектә.


БМО-ның 43 тыныслыҡ һаҡсыһы Голан ҡалҡыулығында Сүриә боевиктары ҡулына әсирлеккә эләккән. Ойошма уларҙы азат итергә тырыша.

Зәңгәр каскаларҙыңйәнә бер төркөмөн, йәмғеһе 81 кешене, ҡораллы кешеләр ҡамап алған.

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһында әйтеүҙәренсә, тыныслыҡ һаҡсыларын азат итеү һәм уларҙың үҙҙәре яуаплы зонала иркен хәрәкәт итә алыуы өсөн саралар күрелә.

Был хәл ошо районда Сүриә армияһы һәм боевиктар араһындағы оҙайлы бәрелештәрҙән һуң булған. Сүриәләге өс йыл ярым барған һуғыш дауамында “зәңгәр каскалар” Голанда бер нисә тапҡыр боевиктар ҡулына эләккән. Голан бейеклегендә БМО миссияһы 1974 йылдан бирле Сүриә һәм Израиль араһында утты туҡтатыу режимы үтәлеүен күҙәтә.






Комментариев нет:

Отправить комментарий