пятница, 29 августа 2014 г.

ИД боевиктары Сүриәнең 100-ҙән ашыу хәрби хеҙмәткәрен язалаған.


Һуңғы көндәрҙә генә “Ислам дәүләте” (ИД) боевиктары Сүриә армияһының тиҫтәләрсә хәрби хеҙмәткәрен язалаған. Һалдаттар, йәкшәмбе көн исламистар илдең төньяҡ-көнсығышындағы был райондағы Сүриә армияһының һуңғы терәге булған Табке авиабазаһын баҫып алғас, әсирлеккә алынған.

Аяуһыҙ алыштарҙан һуң, экстремистар бик күп ҡоралды ҡулдарына төшөргән, әсирлеккә эләккән, кәм тигәндә, 135 кешене язалаған. Рәхимһеҙ яза күренештәрен боевиктар интернет-сайтҡа урынлаштырған.

Шул уҡ ваҡытта Ираҡ именлек көстәре һәм курдтарҙың “пешмерга” отрядтары ИД исламистарын Мосул плотинаһы районынан сигенергә мәжбүр иткән. Әммә боевиктар илдең төньяғындағы өс нефть скважинаһына ут төртөп өлгөргән, икенсе сығанаҡтар буйынса, нефть эшкәртеү заводтары һәм нефть һаҡлағыстары яна. Исламистар тауҙарҙағы үҙҙәренең базаһына сигенгән.

Европаның ҡайһы бер илдәре, айырым алғанда, Чехия, Дания, Бөйөк Британия Ирак халҡына гуманитар ярҙам һәм ИД боевиктары менән көрәшеү өсөн ҡорал һәм шулай уҡ самолеттар ебәреү хаҡында белдерҙе.

Меңдәрсә кеше, экстремистарҙан ҡасып, Ираҡ Курдистанында һыйыныу урыны табырға тырыша. Халыҡ-ара йәмәғәтселектең ярҙамына өмөт итеп, күп ғаиләләр бер нисә аҙна инде палаткалы лагерҙарҙа йәшәй. Ираҡтың этник һәм дини әҙселекте тәшкил иткән халыҡтары- христиандар, езидтар, шиғий төркмән общинаһы вәкилдәре һәм башҡалар- исламистарҙан ҡурҡып, йорттарын ташлап киткән.


Комментариев нет:

Отправить комментарий