четверг, 28 августа 2014 г.

Израиль-Газа: өмөт һәм шөбһәләр фонындағы килешеү.


Газа секторының меңдәрсә халҡы, Израиль һәм яр буйы анклавында хәрәкәт иткән ХАМАС етәкселегендәге фәләстин төркөмдәре менән утты туҡтатыу хаҡында килешеү төҙөлгәс, кире ватанына ҡайта башланы. 2 ай барған хәрби хәрәкәттән һуң, күп ғаиләләрҙең морон төртөр урыны юҡ- Израиль Хәрби һауа көстәренең ХАМАС инфраструктураһына төбәлгән көслө авиация һөжүме арҡаһында, ҡайһы бер төбәктәрҙә имен ҡалған бер генә бина ла юҡ.

Берәү ҙә һуғышты яратмай. Бар кешеләргә лә тыныслыҡ кәрәк. Улар (конфликтта ҡатнашыусылар) был хәлдән сығыу юлын табырға тейеш. Беҙ йыл, ике йыл, дүрт йыл һайын бер үк нәмәне- һуғыш, емереклектәрҙе кисерә алмайбыҙ. Халыҡ йәшәй һәм эшләй алһын өсөн, улар бер сара күрергә тейеш. Күреүегеҙсә, төҙөп кенә бөткәйнек- йәнә һуғыш, ике йыл үткәс тә бөтә биналар хараба хәлендә,”-ти Газала йәшәүсе Әхмәт Харват.

Килешеүгә ярашлы рәүештә, Газа сигендәге контроль-үткәреү пункттары ҡайтанан эшләй башланы. Был Рафах. Секторға гуманитар ярҙам килә. Күпселек кешеләрҙең фекере буйынса, тап ХАМАС-тың тырышлығы менән Газала блокада йомшара.

Израиллеләр был килешеүгә бик үк ышанып бөтмәй. Бер яҡтан, кешеләр тыныслыҡҡа, ракеталарҙан утҡа тотоуҙарҙың туҡталыуына өмөтләнә, икенсе яҡтан, тәнҡитселәр исламистарға ҡоралланырға һәм тәрән туннелдәр селтәре яһарға мөмкинлек биргән ике йыл элек төҙөлгән ошондай килешеүҙәрҙе хәтергә төшөрә.



Комментариев нет:

Отправить комментарий