суббота, 23 августа 2014 г.

Украина-Рәсәй: конвой тирәләй бәхәстәр.


Рәсәй гуманитар ярҙам конвойы Украина территорияһы аша үтеүгә Украина властары ҡаты ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Украина сит ил эштәре министрлығы быны “төп халыҡ-ара хоҡуҡ принциптарын иҫ киткес боҙоу”тип атаны. Украина премьер-министры Арсений Яценюк, гуманитар ярҙам ваҡиғаһы менән Рәсәй властары Украинаны провокацияға этәрергә маташты, тип белдерҙе.

НАТО генсегы Андерс Фог Рассмуссен Рәсәйҙе “Рәсәй ҡораллы көстәрен файҙаланып, Украинала конфликтты көсәйтеүҙә”ғәйепләне. Үҙ сиратында БМО-лағы Рәсәйҙең даими вәкиле Виталий Чуркин Мәскәүҙең эшмәкәрлеген былай тип аңлатты:

Киевта идара итеү сылбыры бәйләнеше өҙөлгән тигән фекер ҡала. Иң юғары кимәлдә һине нимәгәлер ышандыралар, ә сик буйы һаҡсыларына йөк машиналарын үткәреү өсөн әмер бирелмәй. Был оҙайлы уйындың сиге булырға тейеш ине бит, беҙ оҙаҡ көттөк, эшкә тотонорға ваҡыт етте.”

БМО-ның именлек Советы Украина мәсьәләһе буйынса ябыҡ кәңәшмә үткәрәсәк. Украинаның көнсығыш райондары халҡына ярҙам алып килгән Рәсәй гуманитар конвойы хаҡында ла һүҙ булыр тип көтөлә.



Комментариев нет:

Отправить комментарий