суббота, 23 августа 2014 г.

Ираҡ: “пешмерга” һөжүмде дауам итә.


Джалаула һәм Әс-Саадия ҡалалары янында “Пешмерга”хәрби формированиелары һәм “Ислам дәүләте”бевиктары араһында аяуһыҙ алыштар башланды. АҠШ хәрби һауа көстәре ярҙамында курд отрядтары Ираҡтың төньяғындағы исламистарҙың позицияларына уңышлы һөжүм итә. Курдтарҙың ҡыҫымы аҫтында боевиктар хатта ауыр ҡоралдарын күрше Сүриә территорияһына сығара башланы.

Исламистар бер нисә ҙур еңелеүгә дусар булды. Ошо аҙнала улар Мосул янындағы ҙур плотина өҫтөнән контроль юғалтты.

Ираҡта хәлдәр әлегә ҡатмарлы. Урындағы властар хәбәр итеүенсә, Баакуба ҡалаһындағы сөнниҙәр мәсетенә һөжүм арҡаһында, йома намаҙы ваҡытында, кәм тигәндә, 70 кеше һәләк булған һәм 30-ы яраланған. Был һөжүм артында кемдәр тороуы билдәһеҙ.

Ираҡтың төньяғында курд хәрби формированиелары ғына йыһатсыларға ҡаршы тора. Европа илдәре уларға ҡорал менән ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе. “Ислам дәүләте” боевиктарынан һаҡланыу өсөн, урындағы халыҡ үҙ аллы ҡораллана- Эрбиль баҙарҙары Калашников автоматтары менән тулған.



Комментариев нет:

Отправить комментарий