пятница, 22 августа 2014 г.

Либерия: полиция карантин зонаһын ҡалдырып китергә маташҡан халыҡҡа атҡан.


Либерия полицияһы Эбола киҙеүе таралыу сәбәпле карантин иғлан ителгән Монровияның бер районы халҡына ҡаршы йәш ағыҙыусы газ һәм ҡорал ҡулланған. Кәм тигәндә, 4 кеше тән йәрәхәттәре алған. Урындағы чиновникты һәм уның ғаилә ағзаларын меңдәрсә халыҡ бикле ҡалған карантин зонаһынан эвакуациялау квартал халҡының асыуын ҡабартҡан.

Хөкүмәт беҙҙең теләгебеҙҙе аңлар тип өмөтләнәбеҙ,-ти ошо районда йәшәүсе.-Ә улар иртәнге 4-тә полиция, хәрбиҙәр, миграция хеҙмәткәрҙәре менән килеп, халыҡты туҡмай. Улай эшләргә ярамай.”

Ике аҙна элек Либерияла ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде, шуға ярашлы комендант сәғәте һәм граждандарҙың ил эсендә йөрөүенә ҡағылышлы сикләүҙәр индерелде. 

“Мин асыҡ итеп әйтәм: Либерия ҡораллы көстәренә әлеге мәлдә кешеләрҙе үлтерергә әмер бирелмәне,”-тип белдерҙе оборона министры.

Либерия киҙеү таралған Африка илдәре араһында иң ауыр хәлдә. Унда үлемесле киҙеү 400-ҙән ашыу кешенең ғүмерен өҙгән.



Комментариев нет:

Отправить комментарий