пятница, 22 августа 2014 г.

Рәсәйҙең гуманитар конвойы “йәшел ут” көтә.

ИТАР-ТАСС хәбәр итеүенсә, Рәсәйҙең гуманитар ярҙам тейәлгән йөк машиналары Украина сиген йома көн иртәнге 6-нан да алда үтә алмаясаҡ. Әлеге мәлдә “Донецк” үткәреү пунктында тикшереү үткән тәүге 5 йөк машинаһы нейтраль зонала Украина территорияһына үтеү өсөн рөхсәт көтә. Ҡыҙыл Тәре флагтары беркетелгән автомобилдәр Рәсәй колоннаһын оҙата барасаҡ.

Халыҡ-ара Ҡыҙыл Тәре комисияһы халыҡ-ара гуманитар ҡағиҙәләргә ярашлы рәүештә шул турала иҫкәртә: конфликтта ҡатнашыусы яҡтар Ҡыҙыл Тәре эмблемаһы ҡуйылған гуманитар ярҙамды оҙата барған персоналды хөрмәт итергә һәм ҡурсаларға тейеш,”-тип белдерҙе Лоран Корба.

12 августа 270 гуманитар йөк тейәлгән машина Мәскәү өлкәһенән сығып китте. Рәсәй властары мәғлүмәттәре буйынса, унда Донецк һәм Луганск халҡы өсөн тәғәйенләнгән 2 мең тоннаға яҡын аҙыҡ-түлек, һыу, балалар аҙығы һәм медикамент тейәлгән.

Гуманитар ярҙамды бүлеү менән Халыҡ-ара Ҡыҙыл Тәренең Украина бүлеге шөғөлләнәсәк.



Комментариев нет:

Отправить комментарий